Наследие народа - ОЗОН-КЮЙ 6+

Профессиональ йырсылар һәм үҙэшмәкәр сәнғәт өлкәһенән йәш таланттар ҡатнаша

«Халҡым мираҫы – оҙон көй» циклы сиктәрендә.

3-сө кис

«БЫУЫНДАН-БЫУЫНҒА КҮСЕП КИЛГӘН РУХИ ХАЗИНА –

ОҘОН-КӨЙ»

Башҡорт дәүләт филармонияһы «Халҡым мираҫы – оҙон-көй» концерттар циклын дауам итеп 18 ОКТЯБРЬ «Быуындан-быуынға күсеп килгән рухи хазина – оҙон-көй» тамашаһын тәҡдим итә.

Оҙон-көйҙө башҡарыу сәнғәте башҡорт халҡының быуындан-быуынға тапшырылып килгән һәм бөгөн дә үҙенең абруйын һис тә юғалтмаған ата-бабалар мираҫы. Ошо сәнғәтте һаҡлау, үҫтереү, уға ҡарата ихтибарҙы арттырыу, уны бар донъяға танытыу маҡсатында филармониябыҙҙа байтаҡ эштәр башҡарыла.

18 ОКТЯБРЬ үтәсәк милли байрамда ла оҙон-көйҙөң бай мәҙәни тарихы, уның моңо, киңлеге менән танышырһығыҙ. Халҡыбыҙҙың феномены булған йырҙарҙы профессиональ йырсылар һәм үҙэшмәкәр сәнғәт өлкәһенән йәш таланттар башҡарыуында ишетерһегеҙ.

Һәр кем — олоһо ла, кесеһе лә — күңел торошона ауаздаш йырҙар табасаҡ халҡыбыҙҙың икһеҙ-сикһеҙ рухи байлығын туплаған был кисәлә!

Учреждение Дата события ▲ Стоимость Билеты
Башкирская государственная филармония им. Х.Ахметова, Большой зал 18 октября 19:00 пт 100 — 300 Купить билеты